#БиблиотекиЗианчуры #Ейәнсуракитапханалары
ҠАЙҒЫҒЫҘҘЫ УРТАҠЛАШАБЫҘ!!!
Кисә, 9 ноябрь, Мөкәрәмә апай Зәйнулловна Мырҙабулатова арабыҙҙан китеп барҙы...Тормош иптәше Радик ағайҙың, балаларының, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һеҙгә бөтәгеҙгә лә түҙемлек, сабырлык теләйбеҙ.
Йәне йәннәттә булһын!
Районыбыҙҙың үҙәк китапхана эргәһендә ойошторолған "Ағинәйҙәр" клубының етәксеһе Ильясова - Мырҙабулатова Мөкәрәмә Зәйнулла ҡыҙы 1942 йылдың 9 ноябрендә Ейәнсура районының Үрге Бикбирҙе ауылында тыуған. Өфөнөң 1-се һанлы мәктәп-интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия- интернаты) тамамлап, 1961-1966 йылдарҙа СДПИ рус теле һәм әҙәбиәт факультетында белем ала. Институтты тамамлағас, 1-се һанлы Иҫәнғол урта мәктәбендә 1966-1975 йылдарҙа уҡыта. 1975-1977 йылдарҙа кластан тыш эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Аҙаҡ, 1977 йылда, Район Советы депутаты итеп һайланғас, 1 -се сессияла район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана һәм 1991 йылға тиклем эшләй. Йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, 10 йылдан ашыу район Советы башҡарма комитетының партия ойошмаһы секретары, шулай уҡ оҙаҡ йылдар район ҡатын- ҡыҙҙар советы рәйесе була. Тантаналы кисәләрҙә, демонстрацияларҙа алып барыусы, республикала үткән форумдарҙа делегат булып йөрөй. 1991-1997 йылдарҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы ЗАГС бүлеге мөдире булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, район мәҙәниәт һарайында, 17 йыл буйына “Йырау” башҡорт фольклор ансамбле ағзаһы була. Ошо осорҙа Башҡортостандың атҡаҙанған артисы “Мәғфирә Ғәлиева” исеменә арнап үткәрелгән конкурстарҙа ике тапҡыр: 2004 йылда “Һирәк башҡарылған йырҙар” номинацияһында, 2008 йылда “Үҙенсәлекле башҡарыусы” номинацияһында дипломант була. 2010 йылда Бәләбәй ҡалаһында үткән “Иң яҡшы шәжәрә төҙөүсе”ләр конкурсында Мырҙабулатовтар шәжәрәһен төҙөгән өсөн диплом менән бүләкләнә. 2011 йылда Бөтә Донья башҡорттары Ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән билдәләнә. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.
Мөкәрәмә апай тураһында яҡты иҫтәлекте мәнге онотмабыҙ!!!
+23 °С
Облачно






