13 декабрь көндө Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатынының бер төркөм уҡыусылары 1-се һанлы Р.Ғарипов исемендәге республика гимназияһында "Ғарипов уҡыуҙары" регион-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаштылар. "Был матур сараның Башҡорт теле көнө менән тап килеүе уны тағы ла мәртәбәлерәк итте, - тип һөйләй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева. - Конференцияны асыу тантанаһында хужалар тарафынан туған телебеҙ тураһында шиғырҙар уҡылды, бейеүселәр һәм йырсылар ансамбле сығышы күңелдәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Театр түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Н.Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Моңдар ҡайтһын ауылға" исемле спектакль күрһәтеп уҡыусыларҙы илһамландырып ебәрҙеләр. Унан инде алты секцияла эш башланды. Уҡыусылар үҙҙәренең эҙләнеү эштәрен яҡланылар.Әйткәндәй, бөтәһе 350 тирәһе эш ҡабул ителһә, шуларҙың 70-кә яҡыны ғына конференцияла ҡатнашырға саҡырылған ине. Беҙҙең уҡыусыларҙан өс уҡыусы 3-сө урынға лайыҡ булдылар: 4се класс уҡыусыһы Йәнбәков Ильяс(етәксеһе Ҡунысбаева Н.М.), 5-се класс уҡыусыһы Йылҡыбаев Искәндәр (етәксеһе Исмәғилева Г.И.) һәм 8-се класс уҡыусыһы Шахмөхәмәтова Азалия (етәксеһе Уразаева А.М.).Уларға Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде. 7-се класс уҡыусылары Ваһапова Гүзәлиә (етәксеһе Иҙрисова Р.В.) һәм Бакирова Илнараға (етәксеһе Ҡәҙербәкова Н.И.),9-сы кластан Йылҡыбаева Айзидәгә сертификат, шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Был көн балар күңелендә онотолмаҫ хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайым. Уҡыусыларыбыҙ башҡорт теленең байлығына, матурлығына тағы бер инанып, уны үҫтереүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөштәрен индереп, лайыҡлы сығыш яһап ҡайттылар. Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: киләһе йылға был конференция республика хөкүмәте грантына үткәреләсәк, тимәк, уның мәртәбәһе тағы ла артасаҡ."