Зианчуринские зори
+10 °С
Облачно
VKTelegramMAX
Общие статьи
19 Ноября 2020, 13:53

Атайым иҫтәлегенә

Уйламаған,көтмәгәндә,Һине юғалттыҡ,АТАЙ.Ташлап беҙҙе,мәңгелеккә,Бик иртә киттең,АТАЙ.Күңел ышанаһы килмәйНиңә һуң,ниңә ниңә???!Дауаларын табалмамҺин юҡ,тигән,күңелгә.Йөрәк шаяртмай икән шул,Ошо булды сәбәбе.Өсөнсө инфаркттан һуң,Һуҡты үлем сәғәте.Һин йәшәргә тейеш инең,Йәшәп, рәхәт күрергә.Тейеш инең, балалар тип,Беҙҙе көтөп алырга.Ғәйеплемен ваҡытында,Ҡайта алмағаныма.Ваҡытында ҡайтып һине,Һаҡлап ҡалмағаныма.Һуңғы минуттарыңда ла,Беҙҙе көткәнһең,АТАЙ.Янда була алмағанға,Ғәфү ит беҙҙе,АТАЙ.Бер ҡасан да күңелем,Урын тапмаҫ үҙенә.Хәҙер Атайһыҙ йәшәргә,Эй,йөрәгем,түҙ генә.Йөрәгемдең бер киҫәген,Булды ҡырҡып алгандай.Күктә янған ал ҡояш та,Булды нурһыҙ ҡалғандай.Бер минутҡа,бер миҙгелгә,Эй,күрергә йөҙөңдө.Эй,бер тапҡыр ишетергә,Ҡыҙым тигән,һүҙеңде.Көн дә уйҙар..төн дә уйҙар..Булмаҫ уның ахыры.Хәҙер бары иҫтәлектәр,Ҡалған беҙгә ни бары.Әсәй илай,беҙ илайбыҙ.Тик һағыш арта ғына.Һағыштарға- яуап булып,Тик уйҙар ҡайта ғына.өс балаға- ике ҡыҙ,бер ул,Һин беҙгә гүмер бирҙең.Бик ҡәҙерләп һәм яратып,Һин бит беҙҙе устерзен.Бик һағындым,һине АТАЙ,Әйтергә һүҙем етмәй.Иҫән саҡтағы ваҡыттар,Күҙ алдарымдан китмәй.Анон.

Уйламаған,көтмәгәндә,
Һине юғалттыҡ,АТАЙ.
Ташлап беҙҙе,мәңгелеккә,
Бик иртә киттең,АТАЙ.

Күңел ышанаһы килмәй
Ниңә һуң,ниңә ниңә???!
Дауаларын табалмам
Һин юҡ,тигән,күңелгә.

Йөрәк шаяртмай икән шул,
Ошо булды сәбәбе.
Өсөнсө инфаркттан һуң,
Һуҡты үлем сәғәте.


Һин йәшәргә тейеш инең,
Йәшәп, рәхәт күрергә.
Тейеш инең, балалар тип,
Беҙҙе көтөп алырга.

Ғәйеплемен ваҡытында,
Ҡайта алмағаныма.
Ваҡытында ҡайтып һине,
Һаҡлап ҡалмағаныма.

Һуңғы минуттарыңда ла,
Беҙҙе көткәнһең,АТАЙ.
Янда була алмағанға,
Ғәфү ит беҙҙе,АТАЙ.

Бер ҡасан да күңелем,
Урын тапмаҫ үҙенә.
Хәҙер Атайһыҙ йәшәргә,
Эй,йөрәгем,түҙ генә.

Йөрәгемдең бер киҫәген,
Булды ҡырҡып алгандай.
Күктә янған ал ҡояш та,
Булды нурһыҙ ҡалғандай.

Бер минутҡа,бер миҙгелгә,
Эй,күрергә йөҙөңдө.
Эй,бер тапҡыр ишетергә,
Ҡыҙым тигән,һүҙеңде.

Көн дә уйҙар..төн дә уйҙар..
Булмаҫ уның ахыры.
Хәҙер бары иҫтәлектәр,
Ҡалған беҙгә ни бары.

Әсәй илай,беҙ илайбыҙ.
Тик һағыш арта ғына.
Һағыштарға- яуап булып,
Тик уйҙар ҡайта ғына.

өс балаға- ике ҡыҙ,бер ул,
Һин беҙгә гүмер бирҙең.
Бик ҡәҙерләп һәм яратып,
Һин бит беҙҙе устерзен.

Бик һағындым,һине АТАЙ,
Әйтергә һүҙем етмәй.
Иҫән саҡтағы ваҡыттар,
Күҙ алдарымдан китмәй.
Анон.
Читайте нас