Общие статьи
26 Ноября 2020, 13:05

Айыҡ ауыл 2020 сиктәрендә һеҙҙең менән бик яҡшы эсемлек

Айыҡ ауыл 2020 сиктәрендә һеҙҙең менән бик яҡшы эсемлек, башҡорттарҙың электән яратып ҡайнатҡан БУҘА менән таныштырып китмәксемен. Уның файҙаһы тураһында күптәребеҙ белә, әммә башлап ҡайнатырға йә ҡулдары теймәйҙер, йә уңай ғына рецебын белмәйҙер.

3 л йылымыс һыуға 750 мл банка геркулес нисбәтендә кәстрүлдә болғап төнгөлөккә ебетергә ҡуябыҙ. Иртәнсәк уныталғын утҡа ҡуябыҙ һәм бер туҡтауһыҙ болғап ҡайнатабыҙ. Төбөнә ултыртмаҫҡа- күмһей! Шуға ла туҡтауһыҙ болғайғабыҙ. Инде ҡайнап сыҡҡан шыйыҡсаны тағы ла туҡтауһыҙ болғап 30 минуттай бешерәбеҙ, унан яңы һауылған һөт температураһынаса һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынған массаны тимер иләк аша үткәрәбеҙ, шунан алдағы буҙанан ҡалған бер аҙын (әсетке, буҙа башы), йә иһә ҡымыҙ ҡушабыҙ, шәкәр ҡомо өҫтәйбеҙ. 3 л һыуға эшләнгән буҙаға 100 мл тирәһе шәкәр тура килә. Тик мин уны кәмерәк алам, татлыны бик яратмайым, һаулыҡ өсөн дә шулай яҡшыраҡ.
Шунан инде килеп сыҡҡан массаны кәстрүле менән, бәпестәй төрөп, йылы урынға әсетергә ҡуябыҙ. 10-12 сәғәт тирәһе. Әсегәндә бер аҙ күтәрелә буҙа, шуға тултыра ҡоймағыҙ, урын ҡалырға тейеш.
Унан матур һауыттарға ҡойоп, тәмләп эсәһе генә ҡала!

Минлигуль Шарипова
Читайте нас