Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Ут-һыуҙар аша киләм!
Теләһәм һыбай елдерәм,
Йә тимер атта еләм!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Нәззәкәтле, һылыумын!
Зөлхизә кеүек тыйнакмын,
Ете ҡыҙҙай ҡыйыумын!
Башҡорт ҡыҙы мин! Тимәк,
Йырлармын башҡорт көйөн!
Башҡорт рухына, теленә,
Тулылыр минең өйөм!
(С. Тотманова)