"Красота спасет мир" Концерт. Умбетово. Молодцы!
Өмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Айыҡ ауыл" эмблемаһы аҫтында "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!" тип аталған бай йөкмәткеле концерт булып уҙҙы. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, фәһемле шиғырҙар менән барған концерт тамашасыларҙың матур алҡыштарына күмелде.
Концерт һуңында ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәрит улы Атнағолов "Айыҡ ауыл-2019" конкурсы тураһында һөйләне, халыҡты әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Халыҡ күтәренке кәйеф менән таралышты.
Ауыл һәүәҫкәрҙәренә, тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!