И с яростью, в начальной спешке
Не тратя энергичных слов,
Пошли кромсать друг друга пешки
Под топот коней и слонов.
Тарихы алыҫ быуаттарға тоташҡан шахмат уйыны бөгөнгө компьютер, гаджеттар донъяһында ла популярлығын юғалтмай. Әлеге уйындың иң төп әһәмиәте – кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүҙә. Шуғалыр, ғүмерҙәре буйы шахмат уйнаған кешеләр олоғайғас та камил аҡылдарын, асыҡ зиһенен юғалтмайҙар.
Боронғо шахматтар ҡомарлы уйындар рәтенә ингән, хәҙер иһә шахматтарҙы һалҡын аҡыл менән, һәр аҙымды ныҡлап уйлап уйнайҙар, унда осраҡлылыҡ элементы юҡ тиергә лә була. Шуға ла ҡарамаҫтан, шахмат партияһының аҙағын алдан әйтеү мөмкин түгел: бер яңылыш аҙым партияны бөтөнләй икенсе юлға кертеп ебәрергә мөмкин
Беҙҙең тирәлә лә шахмат ене ҡағылған кешеләр бик күп. Бөгөнгө көндә уҡыусылар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә шахмат уйнай.
Трушин төп дөйөм белем биреү мәктәбендә шахмат түңәрәге эшләй. Унда Күсәкова Гөлйөҙөм Рәүф ҡыҙы балаларҙы уйын серҙәренә төшөндөрә.
Шахмат - аҡылды үҫтерә, фекерләргә өйрәтә торган уйын. Шахмат тәрбиә сараһы булараҡ та бик файҙалы. Уйын фигураһына тотонғанһың икән - йөрө. Әлеге ҡағиҙә эшләр алдынан яҡшылап уйларға, үҙ аҙымың өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтә.
Шахмат уйыны - тормоштоң үҙе шикелле. Фигураларҙы һаҡларга, яҡларға кирәк. Үҫергә, алға барырға кәрәк. Шахматта, иң мөһиме, мат ҡуйыу, ә фигураларҙы күберәк ашау түгел.
Шахмат уйнау өсөн стадиондар һалыу ҙа, ҡимммәтле йыһаздар ҙа кәрәк түгел. Уны һәр саҡ, һәр ерҙә уйнарға мөмкин.
7 ғинуар көндө шахмат һөйөүселәр Трушин ауыл китапханаһына йыйылды. Улар: Данил, Байрас, Илназ, Илгизәр Әлмөхәмәтовтар, Әнис, Фәниә, Рәмзил Рафиҡовтар, Рәмзил, Илгизәр Ильясовтар, Искәндәр Күсәков, Иҙел Сәлихов, Фидәил Рафиҡов, Регина Хәмитова һәм бәләкәстәр. Унда ҙурҙар шахмат уйнаһа, бәләкәстәр үҙҙәре айырым шашка буйынса көс һынашты.Ярыш бик сәмле, ҡыҙыу барҙы, һәр береһе күңелен биреп уйнаны.Биш сәғәт барған бәйгенең судьяһы Рәмзил Рафиҡов беренсе урынды Данил Әлмөхәмәтов, икенсе-Илгизәр Ильясов, өсөнсө урынды Әнис Рафиҡов яулауы тураһында иғлан итте. Афарин!!! Уларға, бәләкәй генә булһа ла, бүләктәр ҙә бирелде.
Мин үҙемдең исемдән бөтә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларға эштәрендә, уҡыуҙарында ҙур уңыштар, һыҡлы һаулыҡ теләйем.