Путин утвердил две новые выплаты
Все новости
Нам пишут
3 Декабря 2019, 12:40

Беҙҙең Алина

Калимуллина Аделина, МОБУ СОШ 2 с. Исянгулово МР Зианчуринский р.Беҙҙең АлинаАпрель айында Ҡабарҙы - Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында уҡыусыларҙың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финалы үтте. Финалистар араһында беҙҙең уҡыусыбыҙ ҙа бар ине. Ул – Иҫәнғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алина Завалихина. Бөтә Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 370 уҡыусы араһынан Башҡортостандан,Ейәнсура районынан беҙҙең уҡыусыбыҙ Алина призер тип табылды.Үҙенсәлекле, һәләтле ҡыҙ менән уның кисерештәре, уй-фекерҙәре тураһында әңгәмә ҡорғанда, уны тағы ла нығыраҡ асҡандай булдым.– Алина, шундай уңышҡа өлгәшеүҙең сере нимәлә тип уйлайһың?– Сере юҡтыр уның. Бары тик системалы рәүештә дәрескә әҙерләнеп килеүҙә һәм алдыңа маҡсат ҡуйып , шуға ынтылыуҙалыр ул .-Һин башҡа фәндәрҙән дә олимпиадаларҙа ҡатнаштың шикелле?-Эйе. Башҡорт теле буйынса олимпиадала районда берене урын алғайным.-Алина, ниндәйерәк һуң ул Нальчик ҡалаһы?– Миңә был ҡала бик оҡшаны. Тәьҫораттар һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Иҫ киткес ҙур ҡала. Беренсе тапҡыр самолетта осоуым, әҙерәк ҡурҡытты ла. Шулай ҙа ул яҡтың халҡы изге күңелле, мәҙәниәтле, алсаҡ халыҡ. Был ҡала боронғолоғо һәм заманса булыуы менән хайран итте.Тағы ла төрлө ерҙәргә экскурсияларға йөрөттөләр Бигерәк тә Чегем шарлауығы, Эльбрус тауы оҡшаны. Иҫ китерлек ерҙәр бар икән.Шулай ҙа беҙҙең Башҡортостан бер ниндәй илгә лә алмаштырырлыҡ түгел.– Эйе.Бына һин төрлө ярыштарҙа,олимпиадаларҙа ҡатнашып тораһың, ә иң яратҡан фәнең ниндәй?– Бөтә предметтар ҙа оҡшай миңә, сөнки һәр бер фән үҙенсә ҡыҙыҡлы.Буш ваҡытыңда нимә менән шөғөлләнәһең?Китаптар уҡыйым.– Ҡайһы шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйһың?– С. Есенин, Р. Рождественский, Е Евтушенко, әлбиттә, Р. Ғарипов, М. Кәрим һ.б.– Ошо уҡыу йылында уҡыу, ижади эшмәкәрлек, һәм спорт өлкәһендәге юғары уңыштарың өсөн Башҡортостан республикаһы башлығы стипендияһына лайыҡ булыуыңды раҫлаусы диплом алыуың менән ихлас күңелдән ҡотлайым.– Рәхмәт.Был миңә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта стимул да. Ошо бәйгелә еңергә ярҙам иткәндәре өсөн тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Рөстәм Сулпан улы Кинйәбулатовҡа, мәктәп директоры Елена Николай ҡыҙы Алопинаға, уҡытыусыларыма, район мәғариф бүлегенә һәм, әлбиттә, ата-әсәйемә рәхмәт әйткем килә.– Уҡыусыларға, тиҫтерҙәреңә әйтер һүҙең.– Бер ҡасан да, бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Ышаныс менән йәшәргә. “Был донъяла барыһы ла мөмкин, асыҡ…” Мин бер ҡасан да Нальчикка барып, унда ярышып, еңеүсе булырмын тип уйламай торғайным.– Ниндәй пландар бар артабан?– Имтихандарҙы уңышлы тапшырып,юғары уҡыу йортона инеү.– Әңгәмә өсөн рәхмәт.Үҙенең тәбиғилеге, ябайлығы менән әсир иткән Алинаға һоҡланмау мөмкин түгел. Рәсәй кимәлендә үҙ мәктәбенә мәртәбә килтереүгә өлгәшкән ҡыҙыбыҙға һаулыҡ, бәхет, уңыштар, эске рухи донъяһының байыуын теләйем.❗

Калимуллина Аделина, МОБУ СОШ 2 с. Исянгулово МР Зианчуринский р.
Беҙҙең Алина
Апрель айында Ҡабарҙы - Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһында уҡыусыларҙың тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының финалы үтте. Финалистар араһында беҙҙең уҡыусыбыҙ ҙа бар ине. Ул – Иҫәнғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Алина Завалихина. Бөтә Рәсәй буйынса ҡатнашҡан 370 уҡыусы араһынан Башҡортостандан,Ейәнсура районынан беҙҙең уҡыусыбыҙ Алина призер тип табылды.
Үҙенсәлекле, һәләтле ҡыҙ менән уның кисерештәре, уй-фекерҙәре тураһында әңгәмә ҡорғанда, уны тағы ла нығыраҡ асҡандай булдым.
– Алина, шундай уңышҡа өлгәшеүҙең сере нимәлә тип уйлайһың?
– Сере юҡтыр уның. Бары тик системалы рәүештә дәрескә әҙерләнеп килеүҙә һәм алдыңа маҡсат ҡуйып , шуға ынтылыуҙалыр ул .
-Һин башҡа фәндәрҙән дә олимпиадаларҙа ҡатнаштың шикелле?
-Эйе. Башҡорт теле буйынса олимпиадала районда берене урын алғайным.
-Алина, ниндәйерәк һуң ул Нальчик ҡалаһы?
– Миңә был ҡала бик оҡшаны. Тәьҫораттар һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Иҫ киткес ҙур ҡала. Беренсе тапҡыр самолетта осоуым, әҙерәк ҡурҡытты ла. Шулай ҙа ул яҡтың халҡы изге күңелле, мәҙәниәтле, алсаҡ халыҡ. Был ҡала боронғолоғо һәм заманса булыуы менән хайран итте.Тағы ла төрлө ерҙәргә экскурсияларға йөрөттөләр Бигерәк тә Чегем шарлауығы, Эльбрус тауы оҡшаны. Иҫ китерлек ерҙәр бар икән.Шулай ҙа беҙҙең Башҡортостан бер ниндәй илгә лә алмаштырырлыҡ түгел.
– Эйе.Бына һин төрлө ярыштарҙа,олимпиадаларҙа ҡатнашып тораһың, ә иң яратҡан фәнең ниндәй?
– Бөтә предметтар ҙа оҡшай миңә, сөнки һәр бер фән үҙенсә ҡыҙыҡлы.
Буш ваҡытыңда нимә менән шөғөлләнәһең?
Китаптар уҡыйым.
– Ҡайһы шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыйһың?
– С. Есенин, Р. Рождественский, Е Евтушенко, әлбиттә, Р. Ғарипов, М. Кәрим һ.б.
– Ошо уҡыу йылында уҡыу, ижади эшмәкәрлек, һәм спорт өлкәһендәге юғары уңыштарың өсөн Башҡортостан республикаһы башлығы стипендияһына лайыҡ булыуыңды раҫлаусы диплом алыуың менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
– Рәхмәт.Был миңә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта стимул да. Ошо бәйгелә еңергә ярҙам иткәндәре өсөн тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Рөстәм Сулпан улы Кинйәбулатовҡа, мәктәп директоры Елена Николай ҡыҙы Алопинаға, уҡытыусыларыма, район мәғариф бүлегенә һәм, әлбиттә, ата-әсәйемә рәхмәт әйткем килә.
– Уҡыусыларға, тиҫтерҙәреңә әйтер һүҙең.
– Бер ҡасан да, бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай. Ышаныс менән йәшәргә. “Был донъяла барыһы ла мөмкин, асыҡ…” Мин бер ҡасан да Нальчикка барып, унда ярышып, еңеүсе булырмын тип уйламай торғайным.
– Ниндәй пландар бар артабан?
– Имтихандарҙы уңышлы тапшырып,юғары уҡыу йортона инеү.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт.
Үҙенең тәбиғилеге, ябайлығы менән әсир иткән Алинаға һоҡланмау мөмкин түгел. Рәсәй кимәлендә үҙ мәктәбенә мәртәбә килтереүгә өлгәшкән ҡыҙыбыҙға һаулыҡ, бәхет, уңыштар, эске рухи донъяһының байыуын теләйем.❗
Читайте нас: