30 декабрь Үтәғол мәҙәниәт йортонда шыршы байрамы булып үтте. Бал-маскарадты алып барыусы Фәүзиә Йосопова ауылдаштарын ҡотлап, асып ебәрҙе һәм һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығына бирҙе. Сабит Мәғәз улы үткән йылға йомғаҡ яһаны. Халыҡты ҡотлап үтте. Ауыл депутаты С. Дәүләтбакова менән ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Р. Сәйфүтдинова, йорт алдын биҙәгәндерҙе бүләкләп китте. Мәҙәниәт хәҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәр артистар сәхнәлештергән тамаша күрһәтте. Байрам йыр-бейеү, уйындар һәм ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамланды.
Сдк_Утягуловский