Новости
14 Августа 2020, 13:50

"Йоҡосолар" рулдә булһа...

Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, рулдә “йоҡларға” яратҡан водителдәр арҡаһында күңелһеҙ ваҡиғалар булғылап тора.

Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, рулдә “йоҡларға” яратҡан водителдәр арҡаһында күңелһеҙ ваҡиғалар булғылап тора. Мәҫәлән, Өфөнөң Пугачев урамында ошо ғәҙәте арҡаһында бер ханым саҡ һәләк булмай ҡалған.
38 йәшлек ҡатын Сочи урамына табан “Митсубиси Оутландер” автомобиленә идара иткәндә, йоҡомһорап китеп, тик торған тимер ҡоймаға барып бәрелә. Ҡойма ла йәмшәйә, “тимер ат”тың да йәне ҡалмай. Ҡатын үҙе лә йәрәхәтләнә, табиптар ярҙамына мохтаж була.
Аварияның сәбәбе – рулдә йоҡлау, тип иҫәпләй ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас